Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда вируслы талпан энцефалиты менән ауырыуҙың ике осрағы теркәлгән

Йәмғиәт

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда вируслы талпан энцефалиты менән ауырыуҙың раҫлау тапҡан ике осрағы теркәлгән.

Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, 1 июлгә ҡарата республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына талпан тешләүенән зыян күргән 13261 кеше мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 26%— балалар.

«Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһы менән 1 апрелдән 5562 талпан тикшерелгән, шуларҙың 95-енең (1,7%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған булыуы асыҡланған.

Ваҡытында иммуноглобулин профилактикаһын үткәреү арҡаһында, уны 3179 кеше алған (мөрәжәғәт итеүселәрҙең 24%), ауырыуҙың таралыуына юл ҡуйылмаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть