Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Мортаза Рәхимов республиканың төньяҡ райондарына эш сәфәренә сыҡты

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың төньяҡ райондары буйлап эш сәфәренә сыҡты. Мишкә районы үҙәгендә республика башлығы Үҙәк район дауаханаһының төҙөлөш майҙансығында булды. Бөгөн бында 60 койкалыҡ яңы хирургия корпусы төҙөлә. Киләсәктә 5100 квадрат метр дөйөм майҙан менән дүрт ҡатлы бинала Үҙәк район дауаханаһының ике операция блогы һәм ике бала табыу бүлексәһе урын аласаҡ.

Дауалау учреждениеһын төҙөүгә республика бюджетынан 50 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөүселәр менән әңгәмә барышында Башҡортостан Президенты эштәр нисек барыуы, проблемалар менән ҡыҙыҡһынды. Республика башлығына 10 көндән һуң төҙөлөш майҙансығына башня краны килтерәсәктәре һәм бынан һуң эш ҡыҙыуланасағы хаҡында һөйләнеләр. Һыуыҡтар төшөүгә төҙөүселәр бинаны күтәреп бөтөргә, тәҙрә һәм ишектәр ҡуйырға, түбәһен ябырға ниәтләй.  

Яңы корпуста бер нисә бала табыу бүлексәһе буласағы хаҡында белгәс, Мортаза Рәхимов мишкәләрҙән районда демографик хәл нисек тороуы хаҡында һорашты. «Тыуым буйынса беҙҙең район республикала бөрйәндәрҙән ҡала икенсе урында», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентына муниципаль хеҙмәткәрҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть