5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2010 йыл, 12:01

Нефтекама автозаводы Түбәнге Новгородта үткән халыҡ-ара автобус салонында Кубок һәм алтын миҙал алды

автор: Любовь Колоколова

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте халыҡ-ара кимәлдәге наградаларға лайыҡ булды. Түбәнге Новгородта 30 июндән 2 июлгә тиклем барған  Рәсәйҙәге беренсе  «Busworld Russia» Халыҡ-ара автобус салонында автобус эшләүҙә Рәсәйҙәге лидер булараҡ предприятиеға Кубок һәм алтын миҙал тапшырылды.

Форум IRU Бөтә донъя автомобиль транспорты союзы ҡатнашлығында Busworld International Limited (Бельгия) компанияһы менән ойошторолған. Улар бар донъя буйынса иң күләмле күргәҙмәләр үткәреүсе булараҡ танылған.

Тәүге «Busworld» автобус салоны 1971 йылда Бельгияның Кортрейк ҡалаһында үтә. Артабан был күргәҙмә үткән ҡалалар исемлегендә — Мумбай (Индия), Шанхай (Ҡытай), Истанбул (Төркиә), Сан-Паулу (Бразилия) һәм башҡалар. Һәм бына беренсе тапҡыр салон Рәсәйгә лә килеп етте.

Күргәҙмәгә  Рәсәй, Беларусь, Украина, Литва, Швейцария, Бельгия, Израиль, Германия, Ҡытай, Швеция, Төркиә, Франция, Финляндия кеүек 13 илдән пассажир автобустары, троллейбустар һәм шасси етештереүселәр, шулай уҡ донъяның 30-ҙан ашыу иленән делегациялар йыйылды. Үҙенең продукцияһын «ГАЗ» төркөмө», «Минск автомобиль заводы" (МАЗ), MAN, Mercedes, Volkswagen, Youtong һәм башҡа бихисап Рәсәй һәм сит ил компаниялары тәҡдим итте.

«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама автозаводы күргәҙмәлә иң күләмле экспозицияларҙың береһен йәйелдергән.  Бында VDL-НефАЗ-дың берлектәге производствоһы автобустары — туристик НефАЗ-52999, ҡала-ара маршруттарҙа йөрөүсе НефАЗ-52996, 15 метрлы НефАЗ-52998 ҡала автобусы, өҫтәмә өлөштән торған НефАЗ-52995 ҡуйылған. Бынан тыш, НефАЗ-5299-30-32 ҡала автобусы (уңайлаштырылған  интерьерлы), ҡала яны маршрутында файҙаланыусы НефАЗ-5299-11-32, газ двигателе ҡуйылған ҡала яны автобусы, яңыртылған экстерьерлы НефАЗ-5299-37-32 ҡала-ара автобусы ла тәҡдим ителгән.

Наградалар һәм бүләктәр тапшырыу күргәҙмәнең кульминацияһына әйләнә. Нефтекама автозаводы продукцияһы иң юғары баһа ала.