6 декабрь, Шишәмбе

06 июль 2010 йыл, 11:25

Өфө районы йәшелсәселәре яңы уңыш йәшелсәләрен һата башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө районының «Алексеевка» совхозында иртә һәм төҫлө кәбеҫтәне йыйыуға тотондолар. Бөгөнгә һутлы күсәндәр өс гектар ерҙән ҡырҡып алынған. 39 тонна яңы продукция баш ҡаланың сауҙа нөктәләренә килтерелде лә инде. Ошо уҡ хужалыҡта ҡыш алдынан ултыртылған кишерҙе ҡаҙа башланылар. Сауҙа селтәрҙәре кәштәләренә 20 тоннаға яҡын был тамыраҙыҡтар оҙатылды ла инде.  

Өфө районында быйыл йәшелсәләргә бөтәһе 382 гектар ер бүленгән.

— Һибеү ҡоролмалары 190 гектарҙа үҫемлектәрҙе дым менән тәьмин итә. Улар беҙҙе борсомай, — ти ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Лилиә Нәбиева. – Шул уҡ ваҡытта ҡоролоҡ 120 гектарҙа культураларҙы һәләк итте.  

Райондың өс хужалығында: «Алексеевка» совхозында, «Дмитриевка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм Бакановтың фермер хужалығында йәшелсә культураларының ҙур майҙандары һуғарыла. «Николаевка» агрофирмаһында йәшелсәләр ҡоролоҡтан һыуһыҙ яфа сигә.

Үҫемлекселек өсөн уңышһыҙ йыл булыуға ҡарамаҫтан, йәшелсәселәр баш ҡала халҡын сифатлы витаминлы продукция менән тәьмин итергә тырыша.