6 декабрь, Шишәмбе

06 июль 2010 йыл, 10:51

Һалымдар тураһында закондарға үҙгәрештәр индерелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Һалымдар тураһында закондарға индерелгән һуңғы үҙгәрештәр араһында РФ Федераль һалым хеҙмәтенең быйыл 20 майҙағы “Һалымдар һәм йыйымдар тураһында закондар менән көйләнгән мөнәсәбәттәрҙә үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда һалым органдары файҙаланған  документтар формаларын раҫлау тураһында” Приказын билдәләргә мөмкин. Унда өҫтәлгән ҡиммәткә һалымды ҡайтарыуҙың дәғүә тәртибен индереү ҡарала. Йәғни декларацияла ҡайтарыуға иғлан ителгән һалым суммаһын уның нигеҙендә үткәрелгән камераль һалым тикшереүе тамамланғанға тиклем ҡаплау.

Ғариза биргәндән һуң камераль тикшереү тамамланғанға тиклем аныҡланған декларация бирелә.  

Әгәр, мәҫәлән, аныҡланған декларация өҫтәмә ҡиммәткә һалымды ҡайтарыу ҡарарын ҡабул иткәнкән һуң, ләкин камераль тикшереү тамамланғанға тиклем бирелһә, элек бирелгән декларация буйынса ҡарар кире ҡағыла.

темалар: һалым, закондар