Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республиканың төҙөлөш ойошмалары тураһында белешмә нәшер ителәсәк

Иҡтисад

Августа билдәләнеүсе Төҙөүсе көнө алдынан Башҡортостан төҙөлөш комплексын тәшкил итеүсе ойошмалар күрһәтелгән мәғлүмәти-белешмә баҫма донъя күрәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, белешмәне «Өфө нәшриәт йорто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нәшер итәсәк. Әлеге ваҡытта республиканың төҙөлөш ойошмалары тураһында мәғлүмәт йыйыу дауам итә.

Предприятие тураһында мәғлүмәтте белешмәгә индерер өсөн төҙөлөш ойошмаһына анкета тултырырға һәм уны 22 июлгә тиклем spravufa@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Был турала тулыраҡ —www.mrsro.ru, www.komrstroy.ru, www.ssrb.info, www.np-boap.ru, www.npsrogsk.ru кеүек махсус сайттарҙа

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть