Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Раил Сарбаев: Беҙ ҡоролоҡ менән көрәшкә бар ресурстарҙы туплаясаҡбыҙ

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән райондар исемлеген арттырҙы.  

Әле хакимлыҡ иткән гидрометеорологик шарттар һәм синоптиктар күҙаллауы менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 2 июлендәге 720-р һанлы ҡарары менән йәнә 18 муниципаль район һәм Өфө ҡалаһы ҡоролоҡ зонаһына индерелгән.

– Беҙ был афәткә ҡаршы торасаҡбыҙ. Беҙҙең ойошҡанлыҡ, ситуацияны аңлауыбыҙ, профессионализм был хәлдән намыҫ менән сығырға мөмкинлек бирәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Сарбаев 1 июлдә ҡоролоҡ буйынса үткәрелгән брифингта. – Нисек эш итергә кәрәклеге аңлашыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса ҡоролоҡ һәм ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы 36 муниципаль район һәм ике ҡала округы территорияһында индерелгәйне, әммә агрометеорологик шарттарҙың ҡатмарлашыуы сәбәпле, Башҡортостан Республикаһының бар территорияһында ла ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү ихтыяжы тыуҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть