8 декабрь, Кесе йома

06 июль 2010 йыл, 9:53

Башҡортостан Президенты НТВ телекомпанияһын судҡа бирҙе

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов НТВ телекомпанияһына ҡарата намыҫын һәм абруйын яҡлау тураһында дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте.

Ғаризала, атап әйткәндә, 2010 йылдың 19 июнендә НТВ телеканалының “Программа Максимум” тапшырыуында Башҡортостан Республикаһындағы хәл тураһында сюжет күрһәтелеүе билдәләнә. Унда ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, законға ҡаршы ғәмәлдәр ҡылыу хаҡында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың намыҫына һәм абруйына тап төшөрөүсе мәғлүмәт таратылды.

Үҙенең дәғүә ғаризаһында Мортаза Рәхимов НТВ каналындағы телетапшырыуҙа бирелгән мәғлүмәттәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен һәм Башҡортостан Президентының намыҫына һәм абруйына тап төшөрөүен таныуҙы, ошо уҡ телеканал эфирында күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе кире ҡағыуҙы һорай.

2007 һәм 2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Максимум” тапшырыуына һәм уның алып барыусыһы Глеб Пьяныхҡа ҡаршы намыҫ һәм абруйҙы яҡлау тураһында суд эшендә еңеп сыҡҡайны. Өфө ҡалаһының Калинин һәм Киров район судтары яуап биреүселәргә Мортаза Рәхимовты хурлаусы мәғлүмәттәрҙе кире ҡағырға ҡушты.

Әле Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте судҡа ялыу ғаризалары биреү өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тураһында кире мәғлүмәттәр биргән электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт сараларының башҡа материалдарын тикшерә.

темалар: судҡа дәғүә