3 декабрь, Шәмбе

06 июль 2010 йыл, 9:28

Хөкүмәт яғынан бәләкәй бизнесҡа финанс ярҙамы эш урындарын һаҡлауға булышлыҡ итте

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

5 июлдә оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса комитет рәйесе Ринат Зәйнуллинға Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллинаның ҡултамғаһы ҡуйылған грамота тапшырҙы. Грамотала, ватан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн, тип күрһәтелгән.

Премьер-министр, хатта иҡтисад өсөн ҡатмарлы 2009 йылда ла был йүнәлеш буйынса субъекттарҙың һан яғынан үҫеше  – 10,2 процентҡа – күҙәтелде, тип билдәләне.  

Бөгөн республика бәләкәй предприятиелар эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙең ун иң яҡшы төбәге һәм Волга буйы федераль округының өс лидеры иҫәбенә инә. Бәләкәй һәм урта бизнес Башҡортостан Республикаһы тулайым төбәк продуктының биштән бер өлөшөн формалаштыра – һәм был Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.  

– Премьер-министр тарафынан бәләкәй бизнесҡа ярҙамға йүнәлтелгән средстволарҙы арттырыу тураһында ҡарар бик ваҡытлы ҡабул ителде. Шуға күрә лә беҙ федераль бюджеттан ярайһы уҡ яҡшы аҡса йәлеп итә алдыҡ, – ти Ринат Зәйнуллин.

2009 йыл программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2,8 миллиард һумға 3,5 меңдән ашыу ғариза килде, был бәләкәй бизнес субъекттары өсөн бындай ярҙамдың зарурлығын раҫлай. Һөҙөмтәлә былтыр 1100 бәләкәй һәм урта бизнес субъекты финанс ярҙамы алды.

— Был саралар 2009 йылда 13 меңдән ашыу эш урыны булдырырға һәм һаҡларға, шул иҫәптән 2 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырырға ярҙам итте, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев.