9 декабрь, Йома

05 июль 2010 йыл, 17:57

Башҡортостан – уҡыусылар олимпиадалары призерҙары һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан 2010 йылда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаларында еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбе буйынса илдең тәүге ун төбәге иҫәбенә инде. Был турала БР Мәғариф министрлығының дөйөм мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот хәбәр итте.

— Олимпиаданың йомғаҡлау этабында дүрт еңеүсе һәм 28 призер Рәсәй Федерацияһы төбәктәре рейтингында туғыҙынсы урын яулау мөмкинлеге бирҙе, — тип билдәләне Наталья Алексеевна. — Беҙ уны Новосибирск өлкәһе менән уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең егеттәр сығыштар һөҙөмтәлелеге буйынса ла билдәләнде. Башҡортостандан Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыусы 85 баланан 3/4 өлөшө республика этабындағы үҙ һөҙөмтәләрен аҡланы.

Быйыл айырыуса хоҡуҡ буйынса (бер еңеүсе һәм алты призер) һәм экология буйынса (ике еңеүсе һәм өс призер) командалар ҙур уңышҡа өлгәште. Өфөнөң 39-сы гимназияһының ун беренсе синыф уҡыусыһы тәүге тапҡыр республикаға инглиз теле буйынса еңеүсе дипломы килтерҙе.

Бынан тыш, төбәктән ике уҡыусы Рәсәй йыйылма командаһына кандидат итеп һайлап алынды.

— Нефтекаманың 1-се лицейынан туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Дмитрий Бикметов — биология, Өфөнөң 3-сө гимназияһынан туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Дмитрий Шурпанов – физика буйынса йыйылма командаға, — тип аныҡлап әйтте Наталья Кот. — Ихтимал, быйыл йәш критерийҙары буйынса улар командаға индерелмәҫ, сөнки улар башлыса ун беренсе синыф уҡыусыларынан тора, әммә был малайҙарҙың потенциалы бик ҙур. Киләсәктә улар халыҡ-ара олимпиадаларҙа ил йыйылма командаһы намыҫын яҡлап сығыш яһарҙар, тип өмөтләнәбеҙ.

темалар: мәғариф