11 декабрь, Йәкшәмбе

05 июль 2010 йыл, 17:14

Аяҡ кейемен һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сумкаларҙы күберәк етештерә башланылар

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Аяҡ кейеме, күн һәм унан изделиелар етештереү, тейәп оҙатылған тауарҙар, башҡарылған эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр күләме Башҡортостанда 103 миллион һумлыҡ тәшкил итте, йәғни үҫеш – 41,4 процент. БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, предприятиеларҙың сәнәғәт производствоһы индексы 126,2 процент кимәлендә.

Күләмдең үҫеше күн аяҡ кейеме сығарыуҙы – 1,4 тапҡырға, баҫылған аяҡ кейемен – 1,6 тапҡырға, сумаҙан һәм ҡатын-ҡыҙҙар сумкаларын 22,4 процентҡа арттырыу менән бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта папкалар етештереү яртыһына тиерлек кәмегән.

Бөгөн "Нефтекама күн-галантерея фабрикаһы" һәм "Өфө күн-галантерея фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендә производство тотороҡло эшләй, быға былтыр продукция ассортиментын хәҙерге модаға һәм һатып алыусылар талабына ярашлы яңыртыу булышлыҡ итте. Сығарылған изделиеларҙың конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү маҡсатында яңы материалдар һәм технологик ҡорамалдар индерелде. Төп фондтарҙы яңыртыу предприятиеларҙың үҙ средстволары иҫәбенә алып барыла. Оҫта маркетинг сәйәсәте республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә: Татарстанда, Удмуртияла, Пермь һәм Силәбе өлкәләрендә позицияларҙы нығытырға булышлыҡ итте. Күләмдәрҙе арттырыуға сит илдән индерелгән тауарҙарға хаҡтарҙың күтәрелеүе лә ярҙам итте.