Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

7 июлдә – «Милләт-ара ғаиләләр: хеҙмәттәшлек итеү һәм аралашыу мәсьәләләре» темаһына “ҡыҙыу линия”

Йәмғиәт

7 июлдә 15 -17 сәғәттәрҙә «Индиго» Ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге «Милләт-ара ғаиләләр: хеҙмәттәшлек итеү һәм аралашыу мәсьәләләре» темаһына “ҡыҙыу линия” үткәрә.

Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙарға (башҡорт һәм рус телендә) үҙәктең педагог-психологы Ләйсән Әбсәләмова һәм «Индиго» үҙәгенең ғаилә планлаштырыу кабинеты белгесе Светлана Афанасьева яуап бирәсәк.

Шылтыратыуҙар (347) 223-22-11 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Ҡыҙыу линия 2009-2011 йылдарға иҫәпләнгән «Минең донъям – минең ғаиләм» республика программаһын һәм 2007-2010 йылдарға иҫәпләнгән “Йәштәр – Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы”  балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең гражданлыҡ әүҙемлеге һәм рухи-әхлаҡи үҫеше концепцияһы сиктәрендә ойошторола.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть