Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Күргәҙмәгә ҡуйылған балалар эштәре тыуған ил тураһында һөйләй

Йәмғиәт

Балалар һәм үҫмерҙәр клубтары, йәштәр үҙәге араһында үткән “Салауат хаҡында иҫтәлеккә” республика конкурсында финалға сыҡҡан эштәрҙән Өфөнөң Үҫмерҙәр китапханаһында күргәҙмә әҙерләнә. Конкурс йола буйынса Салауат көндәренә арнала һәм 2004 йылдан алып үткәрелә.

— Был ижади һәм патриотик конкурсҡа беҙ һынлы сәнғәт буйынса уҡымаған балаларҙы һәм йәштәрҙе йәлеп итәбеҙ, — тип һөйләне Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан белгес, проект кураторы Рита Рамаҙанова. — Тәҡдим ителгән темаға улар үҙенең ҡарашын пейзаж, портрет, халыҡ кәсептәре элементтары, әҙәби ижад аша белдерә.

Экспозицияны 130 эш тәшкил итәсәк, улар каникул аҙағынаса күргәҙмәлә торасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть