6 декабрь, Шишәмбе

05 июль 2010 йыл, 16:01

600 самаһы ғаилә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн финанс ярҙамы аласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» программаһы буйынса ауыл ерендә торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығына быйыл 1600 ғаилә документтарын тапшырҙы. Шуларҙан 600-гә яҡын ғаилә торлаҡҡа социаль түләү биреү тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.

Мәҫәлән, Бүздәк районында быйыл дүрт ғаилә ошондай документтар алып шатланды. Миәкә районында таныҡлыҡтар аласаҡ бәхетле ғаиләләр исемлеге раҫланды. Яҡын киләсәктә ун йәш ғаиләнең үҙ йорто йәки фатиры буласаҡ. Район хакимиәтендә былтыр 16 йәш ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға таныҡлыҡ алыуы хаҡында һөйләнеләр. Уларҙың бишәүе – торлаҡ һатып алыуға һәм 11 ғаилә – төҙөүгә. Бер йылда улар барыһы ла бына тигән йорттар күтәрҙе. Ике ғаилә көҙгә өй туйлаясаҡ, ҡалғандары әле биҙәү эштәрен дауам итә.