8 декабрь, Кесе йома

05 июль 2010 йыл, 15:27

Стәрлетамаҡ районы мал аҙығы әҙерләүселәре сенаж һалыу планын үтәне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары сенаж һалыу планын үтәне. Был әлегә ҡоролоҡ шарттарында мал аҙығы әҙерләүҙе оҫта ойоштора һәм был һутлы мал аҙығы төрөн кәрәкле күләмдә әҙерләй алған берҙән-бер район.

Бөгөнгө көнгә республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 269 мең тонна бесән, 789 мең тонна сенаж әҙерләгән. Ужым арышынан 20 мең тоннанан ашыу бесән һәм 227 мең тонна сенаж һалынған. Бер шартлы мал башына 6,6 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә.  

Башҡортостандың 44 районында япраҡ аҙыҡ һәм төрлө үләндәр әҙерләү бара. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 12800 һәм 28200 тонна был мал аҙығы төрҙәре запасы булдырылған.  

Баҡалы, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Краснокама райондарында мал аҙығы әҙерләү кампанияһын яҡшы ойошторғандар. Был райондарҙың ауыл хужалығы предприятиелары кәрәкле бесән күләменең 50-70 процентын мал аҙығы ихаталарына ташыған да инде. Ә республика буйынса уртаса күрһәткес 37 процент тәшкил итә. Был райондарҙа сенаж траншеялары 48-100 процентҡа тултырылған.

БР Ауыл хужалығы министрлығы күрше өлкәләр менән уларҙың территорияһында мал аҙығы әҙерләүҙе ойоштороу мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр алып барыуын дауам итә. Атап әйткәндә,  Пермь крайына һәм Свердловск өлкәһенә барыу варианттары ҡарала. Тверь өлкәһе менән һөйләшеүҙәр алып барыла.