Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

БР буйынса Пенсия фонды бүлексәһе эш менән тәьмин итеүселәргә яңы программа әҙерләгән

Иҡтисад

Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды сайтында эш биреүселәр өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе менән әҙерләнгән «CheckXML –UFA» программаһы ҡуйылған. Пенсия фонды менән был программа Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәгендә ҡулланыу өсөн ҡабул ителгән һәм пенсион страховкалау менән мотлаҡ медицина страховкалауына иҫәпләнгән һәм түләнгән страховка иғәнәләре тураһында иҫәп-хисап алып барыуға форматлы-логик контроль өсөн тәғәйенләнгән.

Пенсия фонды бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Пенсия фондының барлыҡ төбәк бүлексәләре ҡулланылышындағы республика Бүлексәһе етештергән был берҙән-бер программа түгел. Уларҙың төп өҫтөнлөгө — интерфейстың ябайлығы һәм функционалдың тулылығы.

«CheckXML–UFA» форматлы-логик контроль программаһының 1,05В версияһы Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының сайтында һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе битендә урынлаштырылған: http://www.pfrf.ru/ot_bashkor/administrirovanie/12658.html.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть