8 декабрь, Кесе йома

05 июль 2010 йыл, 14:49

Башҡортостанда биш хәүефле тәбиғәт күренеше теркәлде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Гидрометеорологтар Башҡортостан территорияһында бер юлы биш хәүефле тәбиғәт күренешен теркәне. Былар тупраҡ һәм атмосфера ҡоролоғо, ҡыуан, сиктән тыш янғын хәүефлелеге һәм йылға-күлдәрҙең ныҡ һайығыуы.  

Төбәктә яуым-төшөм булмауы ауыл хужалығын ғына түгел, сәнәғәт өлкәһен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Башгидромет үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Ағиҙел йылғаһында бер юлы өс урында иң түбән һыу кимәле теркәлгән. Күҙәтеү алып бара башлағандан, йәғни 1875 йылдан, алып Ағиҙелдең был тиклем һайыҡҡаны юҡ ине.

Был хәүефле күренеш республиканың иң ҙур һыу һаҡлағыстарының эше арҡаһында төбәктә эсәр һыу запастарында сағылмай, ләкин суднолар йөрөшөндә сағылыуы мөмкин. Ҙур булмаған шишмәләр ҡорой, ауылдарҙа ҡоҙоҡтарҙан һыу китә.

Көсөргәнеште кәметеү өсөн ҡойма ямғырҙар кәрәк. Ә шул уҡ ваҡытта төбәктә яҡындағы ун көндә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Ул элеккесә эҫе һәм ҡоро буласаҡ.