Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Магнитогорскиҙа яңы хәләл производство Башҡортостанда сертификация үтте

Иҡтисад

Рәсәйҙә ҡош итенән продукция етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе — «Магнитогорск ҡошсолоҡ комплексы» базаһында асылған Силәбе өлкәһендә беренсе хәләл продукция сығарыу цехы БР Мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы  «Хәләл» стандарты буйынса комитетта сертификация үтте.

Цехты асыуҙа Башҡортостандан делегация ла ҡатнашты, уның составына БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, уның беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов һәм Диниә назараты ҡарамағындағы  «Хәләл» стандарты буйынса комитет рәйесе Тимур Шәнгәрәев инде.

Бөгөн «Магнитогорск ҡошсолоҡ комплексы» көн һайын 120 тоннаға яҡын ит сығара. Шуның хәләл продукция өлөшө 30 процент тәшкил итә. Әммә киләсәктә предприятие етәкселеге тулыһынса хәхәл продукция сығарыуға күсеү ихтималлығын кире ҡаҡмай.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть