Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

10 дәүләт вузының бюджет урындарында 9410 студент уҡыясаҡ

Йәмғиәт

Республиканың ун дәүләт вузының  бюджет урындарында (РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын һәм БАГСУ-ны иҫәпкә алмайынса) 9410 студент уҡыясаҡ. Был турала Башҡортостан Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Быйыл бюджет урындары кәметелде. 2009 йылда бюджетҡа 9554 кеше ҡабул ителгәйне.

Етмәһә, быйыл абитуриенттар документтарын биш вузға ғына һәм уларҙың һәр береһендә иң күбе өс әҙерлек йүнәлешенә тапшыра ала. Ғариза биргәндә ҡабул итеү комиссиялары БДИ тапшырыу тураһында таныҡлыҡ талап итергә тейеш түгел. Абитуриентҡа Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһен ғаризаһында күрһәтеү ҙә етә.  

Быйылғы тағы бер яңылыҡ – юғары уҡыу йортона ҡабул итеү былтырғы кеүек өс түгел, ә ике тулҡында үтәсәк.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан билдәләнгән сроктар — 30 июлдән 4 авгусҡа һәм 5 августан 10-ына тиклем.

30 июлдән вуздар беренсе курсҡа инеүселәрҙең фамилияларын айырып күрһәтеп абитуриенттар рейтингын урынлаштыра. Беренсе тулҡынға эләкмәүселәр икенсеһендә дәғүәсе буласаҡ.

Әммә, бөтә вуздарға рәсми индереү августың һуңғы көндәрендә генә үткәрелергә тейеш. Әгәр абитуриент икенсе тулҡында беренсеһендәгегә ҡарағанда абруйлыраҡ вузға үтһә, тәүге юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы уға бөтә ҡағыҙҙарҙы тәүлек эсендә кире бирергә тейеш.

Юғары уҡыу йорттарында икенсе тулҡында ҡабул итеүгә тәҡдим ителеүселәрҙең исемлеге 5 августа эленә.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть