Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Эҫе һауа торошо бал йыйыуҙа ла сағыласаҡ

Иҡтисад

Көндәрҙең эҫе, ҡоро тороуы республика умартасыларының бал йыйыу күләмендә лә сағыласаҡ. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был нектар аҙ бүленеү менән бәйләнгән. Мәҫәлән, йүкә 25-27 градус температурала һәм 75 процент дымлылыҡта ғына нектарҙы яҡшы бүлә. Бынан юғары температураала сәскә нектары ҡата, һәм бал ҡорттары уларҙы йыя алмай. Шуға күрә иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә генә нектар йыйыу һөҙөмтәлерәк була.  

Быйыл эшһөйәр бал ҡорттары өсөн тағы бер проблема – традицион баллы культураларҙа сәскәләрҙең аҙ булыуы. Атап әйткәндә, был ҡарабойҙайға ҡағыла. Ә көнбағыш — тәпәш һабаҡлы һәм ваҡ.

Эҫелә бал ҡорттарының тәртибе лә бер ни тиклем үҙгәрҙе. Улар йышыраҡ бер урынға өймәкләшәләр ҙә күберәк умарталарҙы елләтеү менән шөғөлләнәләр.

Быйылғы уңайһыҙ факторҙарҙы иҫәпкә алып, белгестәр элекке йылдар кимәле менән сағыштырғанда бал аҙыраҡ йыйыласағын күҙаллай. Ҡәҙимге кимәлдә урман райондарында ғына йыйыласаҡ. Бер нисә район умарталыҡтарында яңы бал һыға башланылар ҙа инде. Урмандарға бай Иглин умартасыларының фекеренсә, быйыл бал “уңышы” ярайһы уҡ буласаҡ. Умартасылар бигерәк тә йүкә балының сифатын билдәләй. Ул һиҙелерлек яҡшырҙы, сөнки эҫелә балдың өлгөрөү срогы кәмей.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть