10 декабрь, Шәмбе

05 июль 2010 йыл, 10:29

Янғантау ауылында мәктәпте реконструкциялау дауам итә

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Салауат районының Янғантау ауылында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышы менән танышты.

1 сентябргә урындағы халыҡ күптән көтөлгән бүләген аласаҡ -  мәктәпкә 1418 квадрат метр майҙанлы өҫтәмә төкәтмә сафҡа индереләсәк.

Унда өҫтәмә уҡыу кластары, ашхана, тантаналар залы, оҫтахана һәм музей урынлаштырыу планлаштырыла.  

«Янғантау» шифаханаһы көсө менән алып барылған төҙөлөштөң смета хаҡы 25 миллион һумдан ашып киткән.

Уҙған йылда күләмле реконструкция үткән мәктәп бинаһының дөйөм майҙаны буласаҡ төкәтмә иҫәбенә йәнә ике тапҡырға артасаҡ.

Әлеге мәлдә мәктәптә 17 класс бар. Уларҙа 300-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Педагогтар коллективы 25 кеше иҫәпләнә.

Быйыл 15 ун беренсе класс уҡыусыһы тыуған тупһа аша атлап сығасаҡ. Уның ҡарауы башланғыс мәктәпкә бер юлы 28 беренсе класс уҡыусыһын көтәләр.

Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәктәре буйлап эш сәфәре сиктәрендә Мортаза Рәхимов Мәсетле районындағы “Ҡарағай” шифаханаһында ла булды. Ул ял йортоноң артабанғы үҫеш перспективалары менән танышты. Әлеге ваҡытта 219 кешегә иҫәпләнгән шифаханала 250-нән ашыу кеше ял итә. Уларҙы, дауалау корпусын иҫәпкә алып, дүрт корпус, ете ағас бунгало, кәмә станцияһы, пляж, ял үҙәге хеҙмәтләндерә.