Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

БАГСУ-ла менеджментты үҫтереү буйынса семинар үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы (БАГСУ) менән берлектә халыҡ хужалығы ойошмалары өсөн идара итеүсе кадрҙар әҙерләү президент программаһы сығарылышы ассоциацияһы менән ойошторолған “Башҡортостан Республикаһы топ-менеджментының профессиональ үҫеше” асыҡ майҙансығы БАГСУ-ла 6 июлдә үтәсәк. Сараның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының идара итеүсе йәш кадрҙарын туплау.

Осрашыу барышында БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьевтың, БР Президенты хакимиәтенең кадрҙар менән тәьмин итеү бүлеге мөдире Рим Әлмөхәмәтовтың, шулай уҡ кадрҙар хеҙмәте етәкселәренең, академияның профессорҙар-уҡытыусылар составының, сәйәси консультанттарҙың, бизнес-тренерҙарҙың сығышы планлаштырылған.

Асыҡ майҙансыҡта дәүләт хеҙмәте һәм уның перспективалары, сәйәси карьера, шулай уҡ менеджерҙар әҙерләүҙең яңы программалары һәм сит илдә уҡыу менән бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.

Теги: кадрҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть