9 декабрь, Йома

02 июль 2010 йыл, 17:49

«Туймазыбыяла» ҡорамалдарҙы планлы яңыртыу үткәрә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте беренсе гидролитик класлы быяла етештереү өсөн мейес һәм технологик линия төҙөүгә тотона.  

Заводтан хәбәр итеүҙәренсә, быяла иретеү мейестәре төҙөүҙә һәм быяла торбалар эшләү өсөн ҡорамалдар етештереүҙә махсуслашыусы компаниялар эҙләп, предприятие делегацияһы Европаның күп кенә ҡалаларына барҙы.  

— Беҙ башҡа производстволарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп һәм уларҙы үҙебеҙҙең завод мөмкинлектәре менән сағыштырып, күп яңы нәмәләр белдек, — тип һөйләй «Туймазыбыяла» йәмғиәтенең техник директоры Сергей Дронов. — Предприятиеларҙың һәр береһе үҙен быяла ҡорамалдар баҙарында яҡшы яҡтан күрһәткән һәм уңышлы эш тәжрибәһенә эйә. Бындай осрашыуҙарҙа күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу компаниялар етәкселәре менән ышаныслы эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыуға булышлыҡ итә.  

Һөҙөмтәлә «Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге тәғәйен генераль подрядсы тапты, һәм тиҙҙән мейесте төҙөй башлаясаҡтар. Уны 2011 йылдың июленә төҙөп бөтөргә планлаштырыла. Ә быйыл августа Туймазы предприятиеһында тағы бер мейесте сафҡа индереү көтөлә.