10 декабрь, Шәмбе

02 июль 2010 йыл, 9:36

Мортаза Рәхимов Роскомнадзор етәксеһе Сергей Ситников менән осрашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

1 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе  С.К. Ситников менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыуҙа Сергей Ситников Башҡортостан Президентын Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идаралығының яңы етәксеһе Ш. Ә. Хәсәнов менән таныштырҙы. М.Ғ. Рәхимов Ш.Ә. Хәсәновты яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм эшендә уңыштар теләне.

Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимов, республика менән Роскомнадзор араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре, конструктив хеҙмәттәшлек һаҡланып ҡалыр, шулай уҡ киләсәктә лә уңышлы үҫер, тигән ышаныс белдерҙе.

Осрашыуҙа шулай уҡ халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәрен электрон юл менән күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде, Башҡортостан территорияһында “Электрон Рәсәй (2002 – 2010 йылдар)” айырым маҡсатлы федераль программаһының тормошҡа ашырылыу барышы ҡаралды, һанлы телетапшырыуҙарға күсеү мәсьәләләре күтәрелде.

Белешмә

Хәсәнов Шамил Әғләм улы 1972 йылда Зарафшан ҡалаһында (Үзбәкстан) тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

1997 – 1999 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы Башҡортостан төбәк яңы мәғлүмәт технологиялары үҙәгенең инженер-программисы.

1999 — 2007 йылдарҙа киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү функцияларын тормошҡа ашырыусы федераль башҡарма власть органының территориаль идаралыҡтарында эшләй.

2007 — 2008 йылдарҙа — Киң коммуникациялар, элемтә һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Ханты-Манси автономиялы округы – Югра буйынса идаралығы етәксеһе.

2008 — 2009 йылдарҙа — элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәттең Ханты-Манси автономиялы округы – Югра һәм Ямал-Ненец автономиялы округы буйынса идаралығы етәксеһе.

2010 йылдың июнендә Роскомнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.