9 декабрь, Йома

02 июль 2010 йыл, 17:00

Башҡортостан йәштәре «Селигер – 2010» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан йәштәр делегацияһы «Селигер-2010» Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында ҡатнаша.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларынан 18 кеше «Халыҡ-ара» һәм «Арт-парад» сменаларында ҡатнаша.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йәштәр менән бер рәттән беҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ илдең иң яҡшы уҡытыусылары менән тиҫтәләгән белем биреү программаларын тыңлау, шулай уҡ үҙ проекттарын йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, бизнесмендарға, РФ Дәүләт Думаһы депутаттарына тәҡдим итеү мөмкинлегенә эйә булды.

«Селигер-2010» Форумының Халыҡ-ара сменаһы — ул уникаль майҙансыҡ, унда һәр ҡатнашыусы үҙ проектын тормошҡа ашырыуға әҙерләй ала. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының йәштәр ойошмалары менән эшләү бүлеге белгес-эксперты Галина Рященко һөйләүенсә, унда ҡатнашыу өсөн генә Рәсәйҙән, шулай уҡ сит илдәрҙән 5000-гә яҡын кеше йыйылған.    

«Арт-парад» сменаһының төп маҡсаты булып һәләтле йәштәрҙең ижади потенциалын яҡлау тора.

Башҡортостандан йәштәр делегацияһы 10 июлдән 19-ына тиклем үтәсәк «Мәғлүмәт ағымы», «Һин – эшҡыуар» һәм «Зворыкин проекты» сменаларында ла ҡатнашасаҡ.

темалар: йәштәр