6 декабрь, Шишәмбе

02 июль 2010 йыл, 14:24

Ка-226 вертолеты Воронеж милицияһына хеҙмәт итәсәк

автор: Любовь Колоколова

«Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әҙерләнгән күп функциялы Ка-226 вертолеты Воронеж ҡала эске эштәр идаралығы махсус авиация отрядына килтерелде. Был турала Воронеж ҡала эске эштәр идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Бөгөн яңы вертолет Воронеж авиазаводы майҙансығында тәүге осош һынауҙары үтә.

Ка-226 — «Рәсәй вертолеттары» холдингына ингән Камовтың тәжрибә-конструктор бюроһында эшкәртелгән күп маҡсатлы вертолет. Тәүге тапҡыр 1997 йылдың 4 сентябрендә осош яһай. Ка-226 – модернизацияланған Ка-26 ул. Алты-ете пассажир йәки 1,5 тоннаға тиклем йөк ташыуға тәғәйенләнгән.

Бер күсәрҙә булыу схемаһы Ка-226-ға юғары маневр яһай алыуын тәьмин итә. Вертолет Ка-26-ның бөтә яҡшы сифаттарына эйә: ябай идара итеү техникаһы, түбән вибрация кимәле, ышаныслылыҡ, осоштарҙың хәүефһеҙлеге һәм файҙаланыуҙа ябайлыҡ. Белгестәр раҫлауынса, Ка-226-ның конструкцияһы һәм әҙерләү технологияһы уның оҙаҡ хеҙмәт итеүен тәьмин итә.  

Әйтергә кәрәк, "КумАПП" маркалы авиация техникаһы Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә генә түгел, алыҫ сит илдәрҙә лә: Корея, Аргентина, Испания, Ҡытай һәм башҡа күп илдәрҙә файҙаланыла.