Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Дүртөйлө районы аграрийҙары ураҡҡа төштө

Иҡтисад

Дүртөйлө районы аграрийҙары борсаҡты урып-һуғыуға төштө. Беренселәрҙән булып сапҡыстарын баҫыуға «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы эшсәндәре сығарҙы. Эште улар «Шишмә -95» сортындағы борсаҡтан башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеүҙе тап ошо хужалыҡ эшсәндәре башлағайны. 14 апрелдә Дүртөйлө районының «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы» сәсеү кампанияһын борсаҡ сәсеү менән асты. Һәм ҡуҙаҡлыларҙы урыуға иң тәүҙә нәҡ ошо баҫыуҙа төштөләр.

Бөгөнгө көнгә ҡарата 70 гектарҙан ашыу майҙанда борсаҡ яҫмаға һалынған. Ауыл эшсәндәре иртәгә үк уны һуғырға төшөргә ниәтләй. Алдан күҙаллауҙар буйынса, был участкала уңыш гектарынан 12 центнер тәшкил итәсәк. Ҡоролоҡ шарттарында был насар күрһәткес түгел. Был хужалыҡта йәмғеһе 500 гектарҙан борсаҡ йыйып алынасаҡ. Ә район буйынса был культура өс меңдән ашыу  гектарҙы биләй.

Культуралар өлгөрөүенә ҡарап, урып йыйыуға башҡа хужалыҡтар ҙа ҡушыла. Шулай итеп, Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы ла борсаҡ сабыуға төшкән. Бер көн эсендә 40 гектарҙа ҡуҙаҡлылар яҫмаға һалынған.

— Эҫе һауа торошо һәм дым етешмәү шарттарында культуралар тиҙерәк өлгөрә, — тип һөйләне "Башинформ" агентлығына Дүртөйлө районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Радим Вәлиев. — Иртәгә «Нива» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ужым арышын саба башларға ниәтләй. Район эшсәндәренә бөтәһе 35 меңдән ашыу гектар майҙандағы игенде йыйып алырға кәрәк буласаҡ.

Райондағы иген баҫыуҙарының 30 проценты ҡоролоҡтан етди зыян күрһә лә, иртә яҙҙа башҡарылған сәсеү арҡаһында ер эшсәндәре лайыҡлы уңыш алырға өмөтләнә.

Параллель рәүештә сәсеүлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау буйынса эш алып барыла. Сәсеүлектәрҙә барлыҡҡа килгән сиңерткәгә ҡаршы 420 гектарҙа эшкәртеү үткәрелгән. Был ҡоротҡос саранчалар төрөнә ҡарай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть