10 декабрь, Шәмбе

02 июль 2010 йыл, 12:55

Учалы «Горнягы» Рәсәй премьер-лигаһына тиклем барып етте

автор: Дмитрий Слезин

Учалының «Горняк» клубы футбол буйынса Рәсәй Кубогы финалының 1/32 өлөшөндә үҙ майҙанында илдең беренсе дивизионы командаһы – Свердловск өлкәһенән «Урал»ды еңде. «Шахтерҙар» төп ваҡытта иҫәптә тигеҙ барҙы (2:2) һәм овертаймда еңеүгә өлгәште – 3:2.

Финалдың 1/16 өлөшөндә Башҡортостан клубының киләһе ярышташы – биш тапҡыр Рәсәй Кубогын яулаусы Мәскәүҙең йондоҙло «Локомотив»ы, уның составында Рәсәйҙең йыйылма командаһы (шул иҫәптән Дмитрий Сычев) һәм донъяның башҡа илдәре футболсылары уйнай.

«Горняк» — почетлы кубок финалының 1/16 өлөшөндә ҡатнашыусылар араһында икенсе дивизиондың «Урал — Волга буйы» зонаһынан берҙән-бер вәкил.

«Тимер юлсылар» менән матч 14 июлдә Учалыла үтәсәк.