4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июль 2010 йыл, 9:00

Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

автор: “Башинформ”

Бөгөн Рәсәйҙә Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың йылға флоты хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Һыу транспорты – республиканың транспорт комплексының мөһим өлөшө. Йылға флоты хеҙмәткәрҙәре иҡтисадты һәм социаль өлкәне, пассажирҙар ташыуҙы һәм туризм эшмәкәрлеген үҫтереүгә, Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә тос өлөш индерә.

Һеҙҙең белемегеҙ һәм тәжрибәгеҙ һыу транспортын иҡтисадтың стратегик тармағы булараҡ үҫтереүҙе тәьмин итә. Ҡатмарлы шарттарҙа һеҙ, йыл һайын меңәрләгән пассажирҙар, йөҙәр мең тонна йөк ташып, руда булмаған төҙөлөш материалдары сығарып, яуаплы бурыстар үтәйһегеҙ.  

Тармаҡ эшмәкәрлегенә, уның производство базаһын үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға юғары квалификациялы кадрҙарһыҙ өлгәшеп булмай. Флот хеҙмәткәре булыу ул бөгөн – изге традицияларҙы һаҡлау һәм арттырыу, үҙ профессиональ оҫталығыңды даими камиллаштырыу тигән һүҙ. Капитандар һәм штурмандар, механиктар һәм мотористар, рулевойҙар, матростар һәм коктар, шкиперҙар һәм ремонтсылар, яр буйы хеҙмәткәрҙәре көндәлек вахтаны ышаныслы алып бара. Һеҙҙең яҡшы традицияларығыҙ, хеҙмәт династияларығыҙ киң билдәле.

Быйыл Еңеүҙең 65 йыллығында беҙ фронттарҙа һуғышҡан һәм тылда хеҙмәт иткән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа тармаҡты аяҡҡа баҫтырған һәм нығытҡан Бөйөк Ватан һуғышы йылғасы-ветерандарына тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.  

Республика йылғасылары бөгөн төҙөлөш һәм юл тармаҡтарын үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, илдең башҡа төбәктәрендә эшләй. Суднолар экипаждары, флот һәм яр буйы хеҙмәттәре белгестәре,  уларға хас юғары профессионализм, тәжрибә һәм яуаплылыҡ арҡаһында, артабан да Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанам.  

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ именлеге хаҡына көсөргәнешле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».