8 декабрь, Кесе йома

02 июль 2010 йыл, 12:10

Өфөлә Өфө епархияһы тарихына арналған фотокүргәҙмә асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Өфө епархияһы: тарих һәм заман» фотокүргәҙмәһе асылды. Унда беҙҙең республикалағы провославие тарихын сағылдырған архив материалдары, шулай уҡ епархияның хәҙерге эшмәкәрлегенә арналған фотолар ҡуйылған. Күргәҙмә 21 июлгә тиклем эшен дауам итәсәк. Унда күрһәтелгән экспозициялар менән дүшәмбенән йомаға тиклем 10-20 сәғәттәрҙә Октябрь революцияһы, 10 адресы буйынса танышырға мөмкин.  

темалар: күргәҙмәләр