4 декабрь, Йәкшәмбе

02 июль 2010 йыл, 12:37

Таҡмаҡ байрамы бихисап ҡатнашыусыларҙы йыйҙы

автор: Ольга Мортазина

Балаҡатай районында 1 — 3 июлдә Х Төбәк-ара рус йыры һәм таҡмаҡ байрамы үтә. Конкурсанттарҙы тыңлап ҡарауҙың беренсе көнө 12 сәғәт ваҡытты алды: эш шунда, быйылғы фестиваль бығаса булмағанса бихисап ҡатнашыусыларҙы йыйған. Быйыл улар 97: 65 коллектив һәм 32 солист.

Уҙған йылда 73 конкурсант ине — 47 коллектив һәм 26 солист, йәмғеһе 700 самаһы кеше. Быйылғы состав меңгә яҡынлашты.

Традицион ҡатнашыусыларҙан тыш, 10-сы байрамда Мәскәү өлкәһенән, Ямал-Ненец автономиялы округынан, Ҡаҙағстандан фольклор коллективтар ҡатнаша.

Жюриға Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы профессоры  Владимир Бурлаков етәкселек итә.

Иртәгә, 3 июлдә, Яңы Балаҡатай Мәҙәниәт йортонан байрам асыҡ һауаға күсә: гала-концерт һәм фестивалде ябыу тантанаһы йола буйынса Ямаш ауылы янындағы Кәзә тауында үтәсәк.

темалар: халыҡ ижады