5 декабрь, Дүшәмбе

02 июль 2010 йыл, 11:39

Иң яҡшы Рәсәй экспортерҙарының биштән бер өлөшө - Башҡортостан предприятиелары

автор: Эльвира Латипова

Мәскәүҙә «Рәсәйҙең 2009 йылдағы иң яҡшы экспортеры» конкурсы еңеүселәрен наградлау тантанаһы үтте.

Наградаларҙы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Андрей Дементьев һәм Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы департаменттары етәкселәре тапшырҙы.

Конкурс сәнәғәттең 16 төп тармағы буйынса «Рәсәйҙең иң яҡшы тармаҡ экспортеры», «Рәсәйҙең БДБ илдәренә иң яҡшы тармаҡ экспортеры» һәм «Тармаҡтың иң ыңғай үҫешеүсе экспортеры» номинацияларында үткәрелде.

— Еңеүсе предприятиелар үҙҙәренең позицияһын донъя баҙарында яҡшырта ала ине, һәм, көрсөккә ҡарамаҫтан, улар быны эшләне, — тине тантанала Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр департаменты директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Шилов.

Алдараҡ «Башинформ» конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың байтаҡ предприятиеларының иң яҡшы Рәсәй экспортерҙары исемлегенә инеүе хаҡында хәбәр иткәйне инде. Был «Салауатнефтеоргсинтез», «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Башкортостан Республикаһының Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы», «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Уралтехнострой корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Нефтекама автозаводы», «Витязь» машиналар эшләү компанияһы», «Күмертау авиация производство предприятиеһы» һәм «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре.

Дөйөм алғанда, комиссия Рәсәйҙең 51 предприятиеһын һайлап алған.