11 декабрь, Йәкшәмбе

03 июль 2010 йыл, 9:00

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

автор: “Башинформ”

Бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов улар исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, автомобиль магистралдәрен һәм транспортты һөҙөмтәле файҙаланыуға тос өлөш индерә. Көн һайын, һауа шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре – республика юлдарында хоҡуҡ тәртибе һағында. Эске эштәр органдарының башҡа хеҙмәткәрҙәре кеүек үк һеҙ ҙә үҙ һаулығығыҙҙы, ҡайһы берҙә ғүмерегеҙҙе лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуяғыҙ.

Бөгөн автомобилләштереү әүҙем барған шарттарҙа юл-транспорт комплексы инфраструктураһы йылдам үҫешә, юлда шарттар ҡатмарлаша. Шуға күрә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау буйынса бурыстарҙы хәл итеү һеҙҙән даими әҙерлек, профессионализм, ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәр хеҙмәт талап итә.

Киләсәктә лә үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәрһегеҙ, һеҙҙең хеҙмәт ветерандары тарафынан һалынған иң яҡшы традицияларҙы дауам итеп үҫтерерһегеҙ, тип ышанам!

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ именлеге хаҡына яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».