5 декабрь, Дүшәмбе

02 июль 2010 йыл, 11:13

Боден күле өҫтөндәге трагедияға 8 йыл

автор: Ольга Мортазина

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2002 йылдың 2 июленә ҡарата төндә диспетчер хатаһы арҡаһында Германия күгендә Башҡортостан авиалинияларының «Ту-154» самолеты һәм DHL йөк ташыу компанияһының «Боинг-757» йөк самолеты бәрелешә. Авиакатастрофала 71 кеше һәләк була, шуларҙың 52-һе — балалар. Башҡортостандың 45 мәктәп уҡыусыһы йәйге ялға Испанияға юлланған була.  

Һәләк булғандарҙың күбеһе Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Унда күккә күтәрелеүсе торналарҙы кәүҙәләндереүсе һәйкәл ҡуйылған. Шулай уҡ самолеттар һәләкәткә осраған Юберлинген ҡалаһында урындағы властар өҙөлгән ынйы мунсаҡ формаһында һәйкәл урынлаштырған. Һәләк булған экипажға һәйкәл «Өфө» аэропортында ла тора. Бар мемориалдар эргәһендә йыл һайын йыназа уҡыу һәм сәскәләр һалыу сараһы үтә.

темалар: хәтер