7 декабрь, Шаршамбы

02 июль 2010 йыл, 10:52

Православие йәштәре Павловка һыуһаҡлағысында йыйыла

автор: Евгений Рәхимҡолов

Павловка һыуһаҡлағысы буйында урынлашҡан “Урман” ял йортонда III Өфө епархияһы православие йәштәре слеты үтәсәк. Унда республикабыҙҙың православие йәштәре ойошмалары етәкселәре һәм ағзалары, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.  

Слет программаһы менән тематик семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр, дини темаларға һөйләшеүҙәр һәм лекциялар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, йәштәр ижады конкурстары, спорт ярыштары һәм билдәле бард Максим Коробицындың концерты планлаштырылған.  

Слет 23 июлдән 25-енә тиклем дауам итәсәк.

темалар: дин