11 декабрь, Йәкшәмбе

02 июль 2010 йыл, 10:17

Ижевскиҙа федераль һабантуй башлана

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Удмуртия баш ҡалаһында федераль һабантуй башлана. Быйыл 250 йыллығын билдәләүсе Ижевск тәүге тапҡыр үҙендә федераль кимәлдә һабан байрамын үткәрә. Электрон киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, унда Рәсәйҙең 40 төбәгенән делегациялар ҡатнашыуы көтөлә.  

Байрамдың төп майҙансыҡтары булып был мөһим ваҡиға алдынан реконструкцияланған ҡала ипподромы һәм Киров исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы торасаҡ. Асыу тантанаһы "Купол" стадионында үтәсәк. Һабантуйҙың спорт программаһында 20-нән ашыу ярыш төрө ҡаралған. Уның кульминацияһы булып милли көрәш буйынса ярыштар торасаҡ. Ипподромда ат сабыштары үтәсәк. Ат сабыштарында ҡатнашыусыларҙың яртыһынан ашыуы — Удмуртия вәкилдәре, шулай уҡ ярышҡа күрше төбәктәрҙән дә, Башҡортостанды ла индереп, арғымаҡтар киләсәк. Ат сабыштарының дөйөм приз фонды –  400 мең һум, быға өҫтәп Удмуртия Президентынан төп приз – ВАЗ автомобиле.

Һабантуйҙы ойоштороусылар, байрам тәүлектән ашыу —2 июль кистән алып 4 июль иртәһенә тиклем барасаҡ, тиҙәр. Уның киң спорт һәм мәҙәни программаһы өсөн бөтәһе туғыҙ майҙансыҡ йәлеп ителәсәк. Федераль һабантуйҙа 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана.