3 декабрь, Шәмбе

02 июль 2010 йыл, 9:45

Дүртөйлөләр борсаҡ һуғалар

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 1 июлендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Дүртөйлө районында булып китте.

Республика башлығы мал аҙығы әҙерләү кампанияһы барышын тикшерҙе, шулай уҡ райондың ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиеларының эше менән танышты.

Мортаза Рәхимов «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы ауыл хужалығы производство кооперативы баҫыуҙарында булды, унда борсаҡ һуғыуға төшкәндәр ҙә инде. Был культураға хужалыҡта 118 гектар ер бүленгән. Президентҡа хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы ҡатмарлы климат шарттарына ҡарамаҫтан, Дүртөйлө районында борсаҡтан яҡшы уңыш алыу көтөлә. Агрономдар әйтеүенсә, был сәсеүҙе иртә үткәреү менән бәйләнгән, ул ҡоролоҡ шарттарын яҡшыраҡ үткәрергә ярҙам итте.  

Сәфәр барышында Мортаза Рәхимов шулай уҡ «Киров исемендәге» тоҡомсолоҡ заводы, «Еңеү» тоҡомсолоҡ заводы, «Ленин» тоҡомсолоҡ заводы ауыл хужалығы производство кооперативтары хужалыҡтарында ужым иген культуралары сәсеүлектәренең торошо менән дә танышты.

Республика Президенты район хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләүҙе ойоштороу буйынса күрелгән сараларҙы ыңғай баһаланы һәм баҫыу эштәрен ваҡытында үткәреү кәрәклеген билдәләне.