4 декабрь, Йәкшәмбе

02 июль 2010 йыл, 9:26

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары йыл башынан алып 379914 тонна һөт етештергән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, шәхси хужалыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, республика буйынса тулайым һауым 379914 тонна тәшкил иткән. Йыл башынан алып малсылар һәр һыйырҙан уртаса 1868 кг һөт һауып алған. Тәүлегенә уртаса һауым Башҡортостан буйынса 12,5 килограмм тәшкил иткән.

Иң ҙур тулайым һауым Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарында — 23248 тонна, ә һыйырҙар продуктлылығы Мәләүез, Тәтешле, Ауырғазы районы хужалыҡтарында юғарыраҡ, унда тәүлегенә һәр һыйырҙан уртаса 17 килограмм һөт һауып алалар.

Өфө, Балтас һәм Ҡалтасы районы малсылары тәүлегенә уртаса 16 килограмм һөт ала.  

Халыҡтан артып ҡалған һөттө һатып алыуҙы ойоштороу буйынса Кушнаренко районы һөт йыйыусылары алдынғы урында. Улар йыл башынан 2502 тонна һөт йыйған. Баймаҡ, Дүртөйлө, Шаран райондары был эште яҡшы ойошторған – 2,4 мең тонна һөт йыйылған.