8 декабрь, Кесе йома

01 июль 2010 йыл, 18:29

Өфө эргәһендә ҡоро үлән яна

автор: Юлай Мәғсүмов

Бөгөн көндөҙ 8 Март ҡасабаһы янында ҡамышлыҡ һәм ҡоро үлән янып китә. Ел менән төтөн Өфө үҙәге кварталдарына тарала башлай.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, янғын майҙаны ике гектар самаһы тәшкил итә. Утты һүндереүгә ете автоцистерна һәм ҡала торлаҡ хужалығы идаралығының дүрт техника берәмеге йәлеп ителгән.  

«Башинформ» агентлығына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ йорттарға хәүеф янамай. Янғын һүндереүселәрҙең төп бурысы — утты урман массивына үткәрмәү.