5 декабрь, Дүшәмбе

02 июль 2010 йыл, 9:15

Профессионализм өсөн наградалар

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

1 июлдә Республика Йортонда иҡтисадтың төрлө тармаҡтары һәм ижтимағи тормош өлкәһенән алтмыш иң яҡшы вәкилгә дәүләт наградалары тапшырылды.

Һәр береһен Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов үҙе ҡотланы, шуға күрә лә тантанала ҡатнашыусылар өсөн былай ҙа мөһим был ваҡиға айырыуса тулҡынландырғыс булды. Наградланыусылар араһында бындай хөрмәткә һәм журналистар иғтибарына күнекмәгән ябай эшсәндәр: водителдәр, һауынсылар, тракторсылар күп ине. Күптәр өсөн юғары наградалар көтөлмәгән күңелле ваҡиға булды. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районынан Надежда Кириллова үҙенә дәүләт наградаһы бирелеүе хаҡында белгәс, хайран ҡалды: бөгөн ул Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре булды. Үҙенең еңелдән булмаған күп йыллыҡ хеҙмәте тураһында һауынсы ябай ғына итеп һөйләй:

— Эшләргә, балаларҙы үҫтерергә кәрәк ине бит – бына шуға күрә эшләнем. Бөтәһе кеүек үк эшләнем, һәм үҙ эшемде намыҫлы башҡарырға тырыштым. 28 йыл бер хужалыҡта –Калинин исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативында. Ошонда уҡ ирем дә 28 йыл эшләй. Ул тракторсы. Өйләнешкәс тә бында Ауырғазы районынан килдек һәм ошонда төпләндек.  

Башҡортостан Президенты указы буйынса 57 кеше наградланды. Ә өсәүһе Рәсәй Президенты указдары менән дәүләт почетлы исемдәренә лайыҡ булды.

Мәҫәлән, ата-әсәләре менән балалар өсөн «Аҡбуҙат» республика психоневрология санаторийының баш врачы Сәлимә Түләбаеваға «РФ-тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исеме бирелде. Награданы алып, Сәлимә Әхмәт ҡыҙы республика етәкселегенә балалар һаулығы проблемаһына даими иғтибары, балалар шифаханалары системаһын бюджеттан финанслаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

Физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университеты проректоры Йәүҙәт Солтанаев «РФ-тың атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ булды. Ә БДУ-ның кафедра мөдире Рейда Ғайсинаға “РФ-тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре” исеме бирелде.  

БР Президенты Указы менән Благовещен районы хакимиәте башлығы Анфас Нуретдинов «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры булды. Был көн уның өсөн айырыуса иҫтәлекле буласаҡ, сөнки бындай хөрмәт уға 60 йәшлек юбилейы көнөндә күрһәтелде. Уның да эше еңелдән түгел.

Ә уның коллегаһы – Асҡын районы хакимиәте башлығы Фларит Усманов – Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһын алды. Награданы тапшырып, төбәк башлығы, Фларит Усманов өҫтәүенә бик яҡшы хирург та, тип билдәләне.

Республика Йортонда йыйылыусылар араһында мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә булды. Уларҙың өсәүһе «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Лилиә Вәлиева Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылы 108-се профучилищеһында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡытыусы һәм табип һәр йәмғиәттә лә иң мөһим һөнәрҙәрҙең береһе.  

— Сәләмәт һәм белемле милләт кенә көслө дәүләт төҙөй ала, — тип инана Лилиә Вәли ҡыҙы.

Биш һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре «Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы» исеменә лайыҡ булды. Улар араһында – Республика клиник онкология диспансеры врач-онкологы Людмила Решетова. Ҡотлауҙарҙы ҡабул итеп, ул, Өфөлә онкологик сирҙәрҙе диагностикалау һәм дауалау сифат яғынан яңы кимәлгә сыға, тип айырып билдәләне. Был туранан-тура күптән түгел хирургия корпусын асыу менән бәйләнгән. Яңы корпус 2007 йылда төҙөлә башлағайны. Һуңғы ваҡыттағы иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, эш бер минутҡа ла туҡтатылманы. Төҙөлөш барышын республика Президенты үҙе контролдә тотто.

Ижади һөнәр вәкилдәре наградлауҙа, ғәҙәттәгесә, һәләттәрен күрһәтмәй ҡалмай. Шағир, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, хәҙер инде Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры ла Абдулхаҡ Игебаев илһамланып шиғырҙарын уҡыны. Ул Президентҡа үҙенең әҫәрҙәре йыйынтығын бүләк итте. Артист — Сибай дәүләт филармонияһы директорының концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Раушан Ниязғолов ҡурайҙа һыҙҙырып уйнап ебәрҙе. Хәҙер инде Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы тиҙҙән Мәскәүгә, һабантуй байрамына юлға сығасаҡ.

Дәүләт наградаларын тапшырып, республика башлығы барыһына ла сәләмәтлек, яңынан-яңы ижади һәм хеҙмәт уңыштары теләне.