Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Журналистарҙы «МӘСКӘҮ MEDIA» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

Рәсәй журналистарын Мәскәүҙең «МӘСКӘҮ MEDIA» асыҡ журналистар конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Ул, ҡайҙа эшләүенә һәм йәшәүенә ҡарамаҫтан, журналистика өлкәһендәге уңышлы һүҙ оҫталарын асыҡларға мөмкинлек бирә.  

Конкурсҡа эштәрен киң мәғлүмәт сараларының мөхәрририәт коллективтары ғына түгел, журналистар үҙҙәре лә тәҡдим итә ала.

Конкурстың маҡсаты: илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә Мәскәүҙең ыңғай образын тыуҙырыу; традицион дөйөм кешелек ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн тергеҙеү; төбәк үҫешенә йүнәлтелгән иҡтисади һәм социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн власть һәм йәмәғәтселекте туплау; журналистарҙың һөнәри оҫталығын күтәреү.

Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе баһалау  дүрт йүнәлештә алып барыласаҡ: «Телевидение», «Радио», «Баҫма киң мәғлүмәт саралары», «Интернет- киң мәғлүмәт саралары».

Конкурстың эксперттар советына (жюриға) билдәле журналистар, дәүләт власы вәкилдәре, бағыусылар инә.

Конкурс материалдары электрон почта аша ағымдағы йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Заявка формаһы һәм ҡатнашыу шарттары — www.academsmi.ru сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть