7 декабрь, Шаршамбы

01 июль 2010 йыл, 16:10

1 июлдән күмәртәләп һатыуҙа араҡыға минималь хаҡ индерелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөнгө көндән Рәсәйҙә араҡыға күмәртәләп һатыуҙа минималь хаҡ индерелә — ярты литрға 70 һум. Яңылыҡ үҙебеҙҙең илдә етештерелгәнгә лә, импорт продукцияға ла ҡағыла.  Алкоголь баҙарын көйләү буйынса йыл башынан алып үткәрелгән өсөнсө сара был. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуарҙан берәмләп һатыуҙа ярты литр араҡының минималь хаҡы 89 һум күләмендә билдәләнгәйне.  Артабан берәмләп һатыуҙа 28 градустан көслөрәк алкоголгә минималь хаҡ ғәмәлгә индерелде. Шулай итеп, Рәсәй алкоголь баҙарын көйләү идаралығы алкоголь продукцияһының “йәшерен секторын” бөтөрөргә ынтыла.

БР Дәүләт аҙыҡ-түлек идаралығы етәксеһе билдәләүенсә, законлы рәүештә етештерелгән алкоголдең берәмләп һатыуҙағы хаҡы 70-80 һумдан кәм була алмай. Ярты литрлы шешәләге 40 градуслы араҡының үҙҡиммәте уртаса 15 һум булһа ла, уны етештереүгә акцизлы йыйым 42 һум тәшкил итәсәк. Өҫтәмә хаҡҡа һалымды һәм предприятие килемен иҫәпкә алһаҡ, уның хаҡы барыбер 70 һумдан ашып китә.

Белгестәр баһалауынса, күрелгән саралар арҡаһында  Рәсәйҙәге законһыҙ алкоголь әйләнеше быйылғы йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса 30 процентҡа кәмегән.