5 декабрь, Дүшәмбе

01 июль 2010 йыл, 15:30

Татарстанда болон күбәләге үрсегән

автор: "Башинформ"

"Татар-информ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Татарстан Республикаһы Нурлат районының бер нисә  хужалығында болон күбәләктәренең күпләп осоуы теркәлгән. Был бөжәк төрө айырыуса хәүефле ҡоротҡос иҫәпләнә.

Әлегә баҫыуҙарҙа үҫемлектәргә үҙҙәре зыян итмәүсе бихисап болон күбәләктәре генә осоп йөрөй. 200 төр үҫемлеккә, улар иҫәбенә шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, көнбағыш та инә,  үҫемлектәрҙең ер өҫтөндәге өлөшөн ашаусы күбәләк ҡарышлауыҡтары зыян итә. Белгестәр фекеренсә, уңайлы шарттарҙа бер күбәләк 600-гә тиклем йомортҡа һала ала, уларҙан һуңынан ҡарышлауыҡтар сыға.

"Күбәләккә ҡаршы көрәштә икенсе бөжәкте – трихограмманы файҙаланырға кәрәк, — тип иҫәпләй "Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге"нең баш энтомолог-фитопатологы Рузалия Хәйерова. — Трихограммалар йомортҡаһын ҡоротҡостар һалған йомортҡаға ғына һала".