Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Балаларҙы ял иттереүгә өҫтәп заявкалар ҡабул ителә

Йәмғиәт

Өфөлә йәйге каникулдар осорона балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороу буйынса эш дауам иттерелә. Яуаплы органдар — Мәғариф идаралығы һәм баш ҡала райондары хакимиәттәре балалар сәләмәтләндереү учреждениеларына путевка һатып алырға теләүсе ойошмаларҙан заявкалар ҡабул итә.  

Ҡаланан ситтәге лагерҙарға йәйге ялға ете йәштән 15 йәшкә тиклемге, санаторийҙарға дүрт йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡабул ителә.  

Өфө Мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бюджет өлкәһендә эшләүсе ата-әсәләр путевка хаҡының 10 процентын түләй, ҡалған 90 процентын ҡаланан ситтәге лагерҙарға – тәүлегенә 393 һум, санаторийҙарға тәүлегенә 508 һум иҫәбенән дәүләт түләй. 21 көн ял итәләр. Путевканың дөйөм хаҡы – 7427 һумдан 10668 һумға тиклем. Әммә әгәр ата-әсәләр путевка хаҡы был сумманан юғарыраҡ булған лагерҙы һайлаһа, уларға айырманы үҙҙәренә түләргә тура киләсәк. Санаторийҙар буйынса ла ошондай уҡ схема. Етем балаларға ғына ял 100 процентҡа түләнә.  

Әгәр ата-әсәләр бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре икән, уларға путевка хаҡының 50 процентын түләргә тура киләсәк.

Ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт БР Мәғариф министрлығы һәм Өфө Мәғариф идаралығы сайттарында урынлаштырылған. Телефондар — 244-69-16,  244-89-30.

Теги: йәйге ял
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть