4 декабрь, Йәкшәмбе

01 июль 2010 йыл, 17:44

«Искож» йәмғиәтендә һынауҙар сифатына контроль системаһы индерелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һынауҙар лабораторияһында һынауҙар сифатына контроль системаһы индерелде.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, лаборатория секторҙарында бөтә һынауҙар ҡәтғи норматив документацияһына ярашлы үткәрелә. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса продукцияның билдәле бер стандарттарға тап килеүен раҫлаусы рәсми протокол бирелә.

Һынау лабораторияһы составына туҡыу һәм полимер материалдар секторҙары инә.

Уларҙа биш инженер-техник хеҙмәткәр эшләй. Физик-механик һынауҙар буйынса 27 лаборант һәм ун химик анализ лаборанты профессиональ үҫеш схемаларына ярашлы уҡыу үтә: квалификацияны күтәреү курстары, төрҙәш һөнәр үҙләштереү, яңы һынау методикаларын, яңы лаборатор ҡорамалдар индергәндә маҡсатлы тәғәйенләнеш курстары.

Матди-техник база ла ҙур әһәмиәткә эйә. Лаборатория заманса ҡорамалдар менән һынауҙар үткәреү өсөн бөтә кәрәкле нәмәләргә эйә. Ватанда һәм сит илдәрҙә етештерелгән агрегаттар һәм үлсәү саралары файҙаланыла.  

Хәҙер лабораторияла материалдарҙың бер нисә төрө буйынса һынауҙар үткәрелә. Улар араһында – кизе-мамыҡ еп, трикотаж полотнолар, эске кейем изделиелары, әҙер туҡымалар, яһалма күн һәм полиэтилен пленкалар.

Нефтекаманың «Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн яһалма материалдар етештереү һәм тәьмин итеү буйынса иң ҙур предприятие булып тора. Ул меңдән ашыу атама менән продукция сығара.   Компанияның фирма магазиндары илдең күп ҡалаларында эшләй. Планда — Түбәнге Новгородта, Ҡазанда һәм Магнитогорскиҙа яңы нөктәләр асыу.