6 декабрь, Шишәмбе

01 июль 2010 йыл, 12:31

Селигерҙа йәштәр форумында Башҡортостандан ун йәш гвардиясы ҡатнашасаҡ

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Селигер күлендә «Селигер-2010» йәштәр слеты асыла. Был юлы бында донъяның 80 иленән студенттар йыйылды. «Селигер»ҙа ете смена эшләйәсәк: «Халыҡ-ара» (сит ил кешеләре өсөн Рәсәйҙең йәлеп иткес образын булдырыу), «Артпарад» (ижади йәштәрҙе яҡлау), «Зворыкин проекты» (инновацион бизнесты үҫтереү), «Мәғлүмәт ағымы» (йәш журналистарҙы яҡлау һәм яңы киң мәғлүмәт саралары булдырыу), «Эшҡыуарлыҡ» (йәш эшҡыуарҙарға ярҙам), «Изгелек технологияһы» (волонтер эшмәкәрлеге), «Лидерлыҡ» (йәштәр менән эшләү буйынса белгестәр әҙерләү). Ләкин был йүнәлештәр менән генә сикләнмәйәсәктәр: Селигер ҡунаҡтары өсөн тиҫтәләгән белем биреү программалары үткәреләсәк. «Селигер-2010»дың бөтә башҡа форумдарҙан төп айырмаһы – унда үҙе һайлаған эшмәкәрлек өлкәһендә үҙен уңышлы күрһәтеүселәр генә ҡатнашыуында. Башҡортостандан форумда «Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардияһы» төбәк бүлексәһенең ун активисы ҡатнаша.

Слеттың маҡсаты үҙгәрешһеҙ — талантлы йәштәрҙе эҙләп табыу, үҫтереү һәм яҡлау. Балалар менән аралашыу өсөн форумға дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт һәм бизнес йондоҙҙары киләсәк. Селигерҙа океан артынан да ҡунаҡтар көтәләр. Ҡушма Штаттарҙан, мәҫәлән, форумға Гарвард һәм башҡа абруйлы университеттар студенттары киләсәк. Улар өсөн ойоштороусылар хатта “өҫтөнлөктәр” ҙә әҙерләгән — әгәр ғәҙәттә палаткаларҙа дүртәр кеше йәшәһә, сит илдәрҙән килеүселәргә икешәр кеше йәшәргә рөхсәт итәсәктәр. Ләкин сит ил ҡунаҡтары өсөн иң мөһиме был түгел, әлбиттә, ә Рәсәйҙән үҙ тиҫтерҙәре менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге.