Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Фулбрайт-Кеннан халыҡ-ара программаһы ғалимдар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән гранттарға заявкалар ҡабул итеүҙе тамамлай

Йәмғиәт

Фулбрайт-Кеннан программаһы йыл һайын көнүҙәк ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрҙе өйрәнеүсе гуманитария һәм ижтимағи-сәйәси фәндәр өлкәһендәге тикшеренеүселәр өсөн 5-6 грант тапшыра.

Грант билдәле бер урында – Вильсон исемендәге халыҡ-ара үҙәктең Кеннан институтында (Вашингтон, Колумбия округы, АҠШ) тикшеренеү үткәреү өсөн бирелә.

Гранттарға конкурс нигеҙендә ирекле ғалимдар, ғилми-тикшеренеү институттары хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары дәғүә итә. Претенденттарҙың һуңғы категорияһы өсөн ғилми дәрәжәгә эйә булыу мотлаҡ. Конкурста шулай уҡ этник, дини, мәҙәни мәсьәләләрҙе, кеше хоҡуҡтарын, халыҡ-ара мөнәсәбәтте өйрәнеүсе ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр ҙә ҡатнаша ала.

Документтар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө — 2010 йылдың 15 июле. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн: http://www.fulbright.ru/ru/russians/kennan

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть