11 декабрь, Йәкшәмбе

01 июль 2010 йыл, 11:58

VI Бөтә Рәсәй уҡыусылар производство бригадалары слеты үткәрелә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Стәрлетамаҡ районы VI Бөтә Рәсәй уҡыусылар производство бригадалары слетында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Слетты асыу тантанаһы 2 июлдә «Рощинский» совхозы» дәүләт унитар предприятиеһының Мәҙәниәт һарайында үткәрелә.

Слет уҡыусыларға профессиональ белем, хеҙмәт күнекмәләре кимәлен күтәрергә, уларҙа ауыл хужалығы һөнәрҙәренә һөйөү һәм ихтирам, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләү теләге уятырға ярҙам итәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһының 16 субъектынан уҡыусылар буласаҡ аграрийҙар күнекмәләрен күрһәтәсәк. Беҙҙең республикаға Воронеж, Липецк, Белгород, Новосибирск өлкәләренән уҡыусылар килде лә инде.

Слет программаһында — йәшелсәселек, баҫыусылыҡ, малсылыҡ, баҡсасылыҡ, бригадирҙар, ер һөрөүсе-механизаторҙар, машина менән һауыу операторҙары номинациялары буйынса конкурстар үткәреү.

Уҡыусылар производство бригадалары слеты 5 июлдә тамамланасаҡ.