Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанға Төркиәнән йәштәр делегацияһы килде

Йәмғиәт

Өфөгә Төркиәнән йәштәр делегацияһы килде. Уның сәфәре «Мульти» халыҡ-ара программаһы сиктәрендә үтә. Делегация составында — Мерсин ҡалаһының йәмәғәт программаларында ҡатнашыусы үҫмерҙәр һәм йәштәр.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында билдәләүҙәренсә, төрөк ҡунаҡтарының сәфәр программаһы бик тығыҙ. Балаларҙы Милли музейға һәм Салауат Юлаев майҙанына экскурсиялар, тренингтар һәм «түңәрәк өҫтәлдәр» көтә. «Тамыр» Балалар һәм үҫмерҙәр ял үҙәге 2 июлдә төрөк йәштәре өсөн үҙ ишектәрен киң асасаҡ. Үҙәктә тәрбиәләнеүселәр төрөк тиҫтерҙәрен бишҡорт милли кейемдәре, бейеүҙәре һәм аш-һыуҙары менән таныштырасаҡ. 5 июлдә Төркиәнән ҡунаҡтар Ғафури районына барасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостандан «Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт берләшмәһе активистарынан торған делегация Мерсин ҡалаһына барып, йәштәр программалары, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары эшмәкәрлеге, төрөк халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары менән танышҡайны.

Башҡортостан менән Төркиә араһында йәштәр алмашыуы тығыҙ бәйләнештәрҙе юлға һалыуға, йәштәр йәмәғәт ойошмаларының проблемаларҙы бергәләп хәл итеүҙә һәм дөйөм маҡсаттарға өлгәшеүҙә тырышлыҡтарын берләштереүгә булышлыҡ итә.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть