Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Июлдә Өфө эшҡыуарҙары өсөн бушлай өс консультация үтә

Иҡтисад

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә июлдә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай өс консультация үтәсәк.  

Шулай итеп, бөгөн, 1 июлдә, «Һалым һалыуҙы оптималләштереү һәм бухгалтер иҫәп-хисабын алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына консультацияны «Бизнес-партнер» компанияһы директоры Диана Киселева үткәрә.

7 июлдә «Кесе бизнес предприятиеларында кадрҙар буйынса документтар әйләнеше» темаһы буйынса «БизнесЯрҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кадрҙар хеҙмәте белгесе Елена Аминева кәңәштәрен бирәсәк.

21 июлдә «БизнесЯрҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юрисконсульты  Гөлшат Насырова килешеүҙәрҙе дөрөҫ төҙөү тураһында һөйләйәсәк.

Консультациялар 16 — 18 сәғәттәрҙә үтә. 241-47-44 телефоны буйынса алдан яҙылыу мотлаҡ. Офистың адресы: Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть